Проектҡа 30,5 млн һум аҡса һалынған. Шуның 26,6 млн һумы - республика ҡаҙнаһынан. Бер йылда Нефтекаманың мәшғүллек үҙәге тулыһынса үҙгәртеп ҡоролоп, заманса кадрҙар үҙәгенә әүерелгән. Хәҙер бында бина ла яңы, интерьер ҙа яңы, хатта балалар мөйөшө лә бар. Бик уңайлы ла, шул иҫәптән физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ла. Хеҙмәткәрҙәр уҡытылған, тип хәбәр итәләр БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Фото: Минтруда РБ.