Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль 2023, 09:30

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

24 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел талғын, урыны менән көсәйеүсән, көнбайыш, көньяҡ-көнбайыштан. Төндә термометр бағанаһы -14, -19, аяҙытҡанда 24 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ -9, -14 градус.

 

Шәмбе, 25 февралдә, һауа торошо үҙгәрмәй тиерлек: ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙы көрт баҫыуы, талғын йәки көслө ел иҫеүе көтөлә. Төндә температура элеккесә - буйынса -14, -24 градус. Йомаға ҡарағанда, көндөҙ бер аҙ йылыраҡ - -6, -11 градус.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: