Плитәне йыуыу ғына түгел горелкаһын да ҡарап тороғоҙ. Ул тығылһа, газ насар еҫ сығара.
Уты насар яна башлаһа, шаулаһа йәки һарғылт төҫкә инһә, кисекмәҫтән сара күрергә кәрәк. Горелка ҡапҡастарын һауыт- һаба йыуа торған шыйыҡса, сәй содаһы ҡушылған һыуға һалып, ярты сәғәт тотоғоҙ. Каналдарына инеп ҡатҡан бысраҡты иҫке теш щеткаһы менән ышҡып, скрепка ярҙамында таҙартығыҙ. Һуңынан салфетка менән яҡшылап ҡоротоғоҙ, киптерегеҙ.
Газ зәңгәр ут менән янырға тейеш.