Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраля 2023, 07:20

Өфөгә туристик поезд килде

  «Уралда сағыу ял көндәре» проекты сиктәрендә бөгөн Өфө станцияһының тимер юл вокзалына ике ҡатлы туристик поезда  Һамарҙан 235 турист, шул иҫәптән "Белем вагоны" составында мәктәп уҡыусылары килде.

Өфөгә туристик поезд килдеӨфөгә туристик поезд килде
Өфөгә туристик поезд килде

 Башҡортостандың баш ҡалаһында улар ҡаланың иң матур һәм иҫтәлекле урындары  менән таныша. БР Милли музейына бара, уҡсыларҙың һәм ҡурайсыларҙың сығышын ҡарай, шулай уҡ башҡорт аш-һыуҙарынан ауыҙ итә аласаҡ. Артабан поезд туристарҙы Екатеринбургҡа алып бара. Унда оҡшаған экскурсия программаларының һәр береһен һайлап алырға мөмкин.

Уралдың баш ҡалаһына ике ҡатлы туристик поезда Өфөнән 50 турист юллана, улар араһында 18 уҡыусы бар. Уҡыусылар өсөн тур сиктәрендә төбәктәрҙә махсус экскурсия программаһы һәм юлда интерактив-танып белеү программаһы әҙерләнәсәк. Поезд составында – вагон-ресторан, елләтеү системалары ҡорамалдары , экология системалары менән йыһазландырылған купе һәм СВ категорияһындағы ике ҡатлы уңайлы вагондар.

Турҙарҙы ойоштороу һәм бронләү буйынса мәғлүмәтте «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтында «Рәсәй тимер юлдары менән туризм» бүлегендә, шулай уҡ «ФПК» акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев филиалы Сервис үҙәгенең 8-800-201-74-22телефоны буйынса алырға мөмкин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас