Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраля 2023, 09:40

Элвин Грей Донбаста башҡорт яугирҙарына мөғжизәле икона бүләк иткән

Артист үҙе менән булған ғәжәп хәлде социаль селтәрҙәге дуҫтарына һөйләне.

Элвин Грей Донбаста башҡорт яугирҙарына мөғжизәле икона бүләк иткәнЭлвин Грей Донбаста башҡорт яугирҙарына мөғжизәле икона бүләк иткән
Элвин Грей Донбаста башҡорт яугирҙарына мөғжизәле икона бүләк иткән

Йырсы һүҙҙәренсә, яңыраҡ ул гастролдәр менән Белоретҡа барған, концерттан һуң уға өлкән йәштәге ҡатын ингән һәм тиҙҙән алыҫ юлға сығыуы тураһында хәбәр иткән һәм Ватанды һаҡлаусы егеттәргә иконаны тапшырыуын һораған. Икона бик боронғо һынала. Тарихҡа ҡарағанда, был икона Иван Грозный заманынан һаҡланып килгән. Ул батша тарафынан  "урыҫ ерен һаҡлаусы» тип тә аталған, хатта Богородицаның көсөнә Тамерлан да ҡаршы тора алмаған һәм Рус дәүләтенә һөжүм итеүҙән баш тартҡан.

 

 

Бер нисә көндән артисҡа шылтыратып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап концерт ҡуйырға кәрәклеген әйткәндәр.

 

- Әлбиттә, ризалаштым. Шунан Белореттағы инәйҙең әйткәне иҫемә төштө. Махсус хәрби операция биләмәһенә  барасағым хаҡында ул ҡайҙан белгән? Бына мин урында. Һалдаттарға яңыраҡ концертта булған  хәлде һөйләнем һәм иконаны тапшырҙым. Ошондай инәйҙәр булғанда, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Ә мин бит уның исемен дә һораманым, әммә уның образы һаман күҙ алдында тора, - ти артист.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас