Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 21:00

Яугир – мулла

Бөтә нәмә аҫты – өҫкә килһә Буталғанда фани донъялар Динен ҡурсып, яу юлына баҫа Ҡуш йөрәкле ҡыйыу муллалар   Иртә таңда ҡояш офоғона Элеп ҡуйһа нурлы дуғаһын Яугирҙәргә именлекте теләп Уҡый мулла изге доғаһын!   Үткер текләп ҡөрьән биттәренә Һағыш менән тулған күҙҙәрен Әкрен генә көйләй үҙ алдына Моңға тулған доға һүҙҙәрен!   Яу ҡырына бара дин әһеле Ҡурсып, яҡлап, халҡы улдарын Улар менән бер сафтарҙа үтә Дәһшәт тулы яуҙың юлдарын!   Ҡорал алмаҫ һис тә ҡулдарына Ҡөрьән һүҙе булыр ҡоралы! Үлгәндәргә йыназаһын уҡыр Доға уҡыр булһа яралы!   Өмөтһөҙгә ул ышаныс бирер Дауалар ҙа күңел яраһын Муллалар бит – күпер: тоташтырған Аллаһ менән әҙәм араһын!   Борондан бит һаман шулай килә – Ҡайҙа ғәскәр – шунда муллаһы Мосолмандың йәнен ҡурсаласы, Яҡлаусыһы булсы, Аллаһым!   Муллалар бит диндең яугирҙәре – Ауырлыҡты бергә кисәләр Ул булғанда күңел тынысыраҡ – Шуны белә ата – әсәләр!  Сынтимер Юлыев.

Яугир – мулла
Яугир – мулла

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: