Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 07:00

Ватанды һаҡлаусылар көнөн менән!

Илде һаҡлаусыларға

Бала матур төштәр күрһен өсөн,
Булһын өсөн бала бәхетле,
Тыныс булһын ине был донъялар,
Ил сиктәре булһын ныҡ, бикле!

Мәктәптәрҙә белем алыр өсөн,
Яулар өсөн яңы үрҙәрҙе,
Рәхмәт әйтеп беҙ ҙурларға тейеш
Ил сиктәрен һаҡлар ирҙәрҙе.

Баҫыуҙарҙа иген үҫтерергә,
Күтәрергә илде юғары,
Матур йәшәр өсөн матур илдә,
Тыныс тормош кәрәк ни бары!

Сиктәр ышаныслы, йәшәү тыныс,
Сиктәр ныҡлы булған өсөн гел,
Ил сиктәрен һаҡлаусы батырҙар,
Рәхмәт әйтә һеҙгә тыуған ил!


Фирүзә АБДУЛЛИНА

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: