Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 19:00

"Утыҙ биш" бәлеше

Ябай ғына рецепт. Ҡамырҙы ҡул менән баҫып тормайһың.

"Утыҙ биш" бәлеше
"Утыҙ биш" бәлеше

Кемдер бәлеш ти, ябай бисквит инде был.

Кәрәкле аҙыҡ-түлек:

Он – 160 г

Ҡамыр ҡабартҡыс – 2 балғалаҡ

Тоҙ – 1 ҡалаҡ

Йомортҡа – 2 дана

Шәкәр – 180 г

Ряженка – 250 мл

Үҫемлек майы – 5 ҡалаҡ + майлау өсөн

Ондо иләп, ҡабартҡыс һәм тоҙ ҡушырға. Йомортҡаны шәкәр менән туғырға, ряженкаға май ҡойоп, барыһын да бергә болғарға. Шыйыҡ массаға он ҡушырға. Ныҡлап бутағас, табаны майлап, ҡамырҙы шунда ҡойорға.

180 градус эҫелектә 30 – 35 минутта бешә. Атамаһын да бешкән ваҡытына ҡарап ҡушҡандар, буғай.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: