Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 15:45

Студенттар кампусы ҡасан әҙер буласаҡ?

Бөгөн  Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең буласаҡ студенттар кампусы майҙансығында булды.  

Студенттар кампусы ҡасан әҙер буласаҡ?
Студенттар кампусы ҡасан әҙер буласаҡ?

 

  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Эталон» төркөмө кампус төҙөүгә һәм уны артабан файҙаланыуға концессия килешеүе төҙөнө. Майҙаны 36 мең квадрат метрлыҡ паркты үҙ эсенә алған объекттың беренсе сиратын быйыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Майҙансыҡты ҡараған саҡта төбәк Башлығы Мәжит Ғафури исемендәге парктың проект ҡарарҙары менән танышты.

Икенсе сират - кампустың үҙәк ядроһы - 110 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. Ул 2026 йылға тамамлана. Объекттар комплексы составына студенттар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн 4,4 мең урынлыҡ торлаҡ модулдәре, аудитория-лаборатория блогы һәм геном үҙәге, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу өсөн бүлмәләр, шулай уҡ спорт-рекреацион зоналар һәм күмәк мәҙәни саралар майҙансыҡтары инәсәк.

-Сауҙа-парк бинаһында күләмле реконструкция үткәрергә кәрәк. Проект әҙер, документтар Рәсәйҙең Баш дәүләт экспертизаһында. Объектты 2023 йылдың аҙағында асырға ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был студенттар һәм йәштәр өсөн ижади зона буласаҡ. Был ҡаттарҙа Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты урынлашасаҡ. Быларҙың барыһын да студенттарыбыҙ өсөн эшләйбеҙ. Бында стартаптар, коворкингтар, фәнни әүҙемлек һәм ижад өсөн заманса мөхит була.

 Айырып әйтәм, беренсе сиратты быйыл тамамларға тейешбеҙ. Бер үк ваҡытта кампустың төп өлөшөн проектлай башлайбыҙ.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас