Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 12:00

Сүпрә – ашлама

  Сүпрә ҡамыр ризыҡтары бешергәндә генә ҡулланылмай, ул бына тигән ашлама.

Сүпрә – ашлама
Сүпрә – ашлама

Был тере бәшмәк тупраҡтың микрофлораһын яҡшыртып, үҫемлектәрҙе файҙалы микроэлементтар менән туҡландыра, иммунитетын, тамыр системаһын нығыта.

  Сүпрәнән ашлама яһағанда 3 литр һыуға 1 бәләкәй ҡап сүпрә һалырға, 1 стакан шәкәр ҡомо өҫтәргә . 2–3 тәүлек әсеткәс, 10 литр һыуға ҡушырға һәм йәшелсәләргә һибергә.

  Тик шуныһын да онотмағыҙ: ул калийҙы бөтөрә. Сүпрә иретмәһен һипкәс, үҫемлектәрҙе калий менән ашлайҙар.

 

 

Фото:botanichka.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: