Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, ер тетрәүҙәр илдең көньяҡ-көнсығышында, ҙур курорттарҙан алыҫта булған. Шуға ла туристарға, шул иҫәптән Рәсәй граждандарына ҡурҡырлыҡ бер ни ҙә юҡ.
Әйткәндәй, былтыр Төркиәнең Анталия курорттарында Рәсәйҙән өс миллиондан ашыу турист ял иткән.
Ә быйылғы һорашыуҙар шуны күрһәткән: ялдары яҙға тура килгән ватандаштарыбыҙҙың 80 проценты сит илгә сыҡмаясаҡ. Әлбиттә, был бик яҡынса ғына һандар. Бәғзеләргә яу ни, ғәрәсәт ни...