Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 13:19

Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен халыҡ ыңғай баһаланы

Социологтар Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе буйынса һорашыуҙар ойошторған. Халыҡтың 80 процентҡа яҡыны сығыштың ихлас булыуын билдәләгән, ә 88 проценты, ил башлығы позицияһын асыҡ һәм аңлайышлы итеп әйтте, тигән.

Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен халыҡ ыңғай баһаланы
Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен халыҡ ыңғай баһаланы

Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеүсе үҙәк белгестәре асыҡлауынса, һорашыуҙарҙа ҡатнашҡан халыҡтың 82 проценты Мөрәжәғәтнамәне, ҡыҙыҡ булды, тип баһалаған. 41 проценты күтәрелгән мәсьәләләрҙең мөһимлеген билдәләгән. Халыҡтың 81 проценты әйтеүенсә, Президенттың был Хаты ыңғай фекер ҡалдыған. ВЦИОМ 10 ҡалала йәшәүсе 18 йәштән өлкән граждандарҙан һорашҡан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: