Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 17:30

Хәтер — тере, хәтер — мәңгелек!

  Ҡашҡар мәктәбенең хәрби-патриотик планына ярашлы, шул уҡ ваҡытта Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған фәһемле осрашыу үтте, тип хәбәр итәләр мәктәптең сайтында.

Хәтер — тере, хәтер — мәңгелек!
Хәтер — тере, хәтер — мәңгелек!

    "Хәтер  — тере, хәтер —  мәңгелек!" тип аталған асыҡ класс сәғәтенә бик күп йылдар Ҡашҡар мәктәбендә военрук булып эшләгән Ишмулла Ҡөлөмбәтов килде.

Ишмулла Йәнтимер улы 1959 йылдың 1 ноябрендә Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында тыуған. Ҡашҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң Юлдыбай урта мәктәбен тамамлай. Өфө ҡалаһында юғары белем ала. 1978 - 1980 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Ҡашҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килә. 1985 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы военрук булып эшләй.

Отставкалағы офицер Ишмулла Йәнтимер улы Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән ауылдаштарыбыҙ, яуҙан ҡайтмай ҡалған һалдаттар тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Ил алдында хәрби бурысын намыҫлы үтәгән уҡыусылары менән ғорурлана военрук. Уҡыусыларының намыҫлы хеҙмәте өсөн әрме сафтарынан бик күп Рәхмәт хаттары ала. "Батырҙар беҙҙең аранан сыға. Ситтән эҙләйһе түгел..." , —  ти остаз. Уҡыусыларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап,  яҡшы уҡырға саҡырҙы, Ватандың тоғро һаҡсылары булып үҫеүҙәрен теләне. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, имен булһын, тип изге теләктәрен еткерҙе Ишмулла Йәнтимер улы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: