Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 15:05

Герой партаһы булдырылды

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Октябрьский ҡалаһында Герой партаһын асыу тантанаһы үтте.

Герой партаһы булдырылды
Герой партаһы булдырылды

 Ватансылыҡ акцияһы гвардия капитаны, Рәсәй Геройы Степан Беловҡа арналған. Исемле парта 2014 йылда Степан тамамлаған 12-се мәктәптә ҡуйылды. Байрам сараһында Рәсәй Геройының ата-әсәһе Тамара Витальевна һәм Михаил Геннадьевич, ҡала округы хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары, мәктәп директоры, ҡаланың хәрби комиссары, Шайморатов класы уҡыусылары һәм мәктәп үҙидараһы вәкилдәре ҡатнашты. Тантананы мәктәп уҡыусылары башҡарған Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары асты. Әсәһе Тамара Витальевна улының мәктәп йылдары тураһында һөйләгәндә, Степандың, бала саҡтан хәрби булырға ҡарар итеүен билдәләне. Егет  мәктәпте тамамлағас, танк училищеһында уҡый.

 Сараның иң юғары нөктәһе - уҡыусы фамилияһын иғлан итеү. Ул дәрестәрҙә Герой партияһы артында ултырырға хоҡуҡ ала. Унан алда тауыш биреү тәүҙә кластарҙа, һуңынан уҡыусыларҙың үҙидара ултырышында ойошторолдо. Еңеүсегә сертификат тапшырылды. 12-се мәктәп уҡыусыһы Илья Лапоногов парта  артында ултырыу  хөрмәтенә лайыҡ булды.

12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Герой партаһын булдырыу инициативаһы менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе сығыш яһаны.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: