Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 09:35

Фәнистең хәтере үҙе уҡыған мәктәбендә һәм колледжында мәңгеләштерелде

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов матур яңылыҡ менән ҡыуандырҙы:

Фәнистең хәтере үҙе уҡыған мәктәбендә һәм колледжында мәңгеләштерелде
Фәнистең хәтере үҙе уҡыған мәктәбендә һәм колледжында мәңгеләштерелде

- Яңы Ҡайпан ауылы мәктәбендә "Герой партаһы" асылды. Ул беҙҙең данлыҡлы яҡташҡа, ошо ауылда тыуып үҫкән Фәнис Хөсәйеновҡа арналған. Парта уҡыусыларға ерҙәге тыныслыҡ өсөн ғүмерен йәлләмәгән һәм батырлыҡ ҡылған яугир тураһында хәтерләтәсәк. Бынан тыш, Фәнистең исемен Ватаныбыҙ тарихында мәңгеләштереү өсөн Яңы Ҡайпан ауылы мәктәбендә һәм Бүл-Ҡайпан ауылындағы Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы биналарында хәтер таҡтаташтары асылды

... Ул беҙҙең аранан йәшләй китте, Ватаны өсөн яуҙа ысын ир кеүек йәнен фиҙа ҡылды. Юғалтыу әсенеүе менән бер рәттән беҙ Фәнис менән ғорурланабыҙ! - тиелгән пост эсендә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: