2018-2020 йылдарҙа чиновник эшҡыуарҙарҙан муниципалитет ихтыяждары өсөн туристик ҡорамалдар һәм канцелярия тауарҙары һатып алыуға ялған килешеүҙәр төҙөүҙе талап итә. Коммерсанттар эшлекле бәйләнештәрен юғалтмаҫ өсөн ризалашырға мәжбүр була. Ришүәттәрҙең дөйөм суммаһы өс миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Суд уны 12 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты, дәүләт хеҙмәтендә, урындағы үҙидара органдарында ойоштороу йәки административ-хужалыҡ вәкәләттәре менән бәйле вазифа биләү хоҡуғынан биш йылға мәхрүм итте.
Фото: Т. Аманов