«Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы үҙҙәренең ҡарамағындағы федераль юлдарҙа ҡар яуыуы, буран сығыуы тураһында иҫкәртә. Автотранспорт хәрәкәте штат режимында алып барыла.
«Урал буйы» юл идаралығының дежур-диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй. Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында «Урал буйы» юл идаралығының тәүлек әйләнәһенә дежур-диспетчер хеҙмәте телефонына шылтыратып хәбәр итергә мөмкин: 7(347) 7-18286-0. Идаралыҡ водителдәргә алыҫ араға сығыуҙан тыйылып торорға, иғтибарлы һәм һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, һауа шарттарына ярашлы тиҙлек режимын һайларға кәңәш итә.