Кемдәргә тейеш: 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәүге балалары тыуған (уллыҡҡа алған) ғаиләләргә. Шул уҡ ваҡытта һәр ғаилә ағзаһының йән башына килеме хеҙмәткә яраҡлы граждандар өсөн йәшәү минимумынан ике тапҡырҙан артмаҫҡа тейеш (2023 йылдың 1 ғинуарынан – 27572 һум).
Күпме: Башҡортостанда балаға раҫланған йәшәү минимумы күләмендә. Айлыҡ түләү балаға 3 йәш тулғанға тиклем түләнә. 2023 йылда – 12271 һум.
Нисек алырға: Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йәки йәшәгән урын буйынса Күп функциалы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша юлларға була.