Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Хәрби көстәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡала халҡы ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарғандан һуң тантанала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватан һаҡсыларын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Радий Хәбиров шулай уҡ Ишембай районының тел хеҙмәтсәндәренә арналған стелаға сәскәләр һалды.
Социаль селтәрҙә : “Тыуған илен һаҡлаусыларҙың барыһын да - байрам менән! Яуҙа һәләк булғандар алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн беҙҙең уйҙар - алдынғы сафта үҙенең хәрби бурысын үтәүселәр менән. Рәсәй көслө һәм берҙәм. Һәм беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!”– тип яҙҙы ул.