Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 13:12

"Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы, Лоҡман Хәким нәҫеленән"

Күгәрсен районының Бикбулат ауылы халҡы шәжәрә байрамына әҙерләнә.

"Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы, Лоҡман Хәким нәҫеленән"
"Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы, Лоҡман Хәким нәҫеленән"

Бикбулаттың "Бәйләнештә"ге төркөмөндә (https://vk.com/public217530629) бына нимәләр яҙылған:

"Хөрмәтле туғандар, ауылдаштар!
Түҙемһеҙлек менән көткән осрашыу көндәре яҡынлаша!
"Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы, Лоҡман Хәким нәҫеленән" тип исемләнгән шәжәрә байрамында барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!
Сара 24 февралдә Бикбулат ауылында сәғәт 11-ҙә башлана.
Бик күләмле әҙерлек эштәре тамамлана, йөкмәткеле программа ҡаралған.
Әлеге мәлдә ауылда ҡар таҙартыу буйынса өмәләр бара, ауыл халҡы таҙартылған майҙансыҡҡа тирмәләр ҡора. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! Дәрт биргәнгә дарман бирер!"

#ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2022 #АйыҡАуыл2022 #ТрезвыйБашкортостан #БикбулатАуылы #ДеревняБикбулатово #УральскийСельсовет

"Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы, Лоҡман Хәким нәҫеленән"
"Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуы, Лоҡман Хәким нәҫеленән"
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: