Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 16:22

Башҡортостан парламентының 51-се ултырышында бер нисә закон проекты ҡабул ителде

Кисә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышҡа йыйылды. Унда тәүге уҡыуға байтаҡ закон проекты сығарылды.

Башҡортостан парламентының 51-се ултырышында бер нисә закон проекты ҡабул ителде
Башҡортостан парламентының 51-се ултырышында бер нисә закон проекты ҡабул ителде

Депутаттар түбәндәге темаларға бәйле закон проекттарын ҡабул итте:

БР Һайлауҙар тураһында кодексы республикала электрон тауыш биреү тәртибе тураһында положениелар менән тулыландырылды;

Ғаилә предприятиеларына айырым статус бирергә ҡарар ителде;

Хайуандар өсөн шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы буласаҡ;

Һунар ҡоралын һәм уға тәғәйен патрондарҙы ҡуртымға биреү буйынса хоҡуҡи нигеҙҙәр булдырылды.

Шулай уҡ тәүге уҡыуҙа бер нисә закон проекты ҡаралды. Улар эшһеҙ граждандарға, дәүләт һәм муниципаль милекте һатыу, хосусилаштырыу сауҙаһына, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡағыла. 25 майҙы Төньяҡ юнгаларын иҫкә алыу көнө ( День памяти Северных юнг) итеү тәҡдиме лә бар.
Фото: БР ДЙ - Ҡ сайтынан.

Башҡортостан парламентының 51-се ултырышында бер нисә закон проекты ҡабул ителде
Башҡортостан парламентының 51-се ултырышында бер нисә закон проекты ҡабул ителде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: