«Батырҙар уйыны» - ул бөтә ғаилә өсөн байрам. Бында һәр кем үҙен ҡыйыулыҡ һәм зирәклек көсөнә һынап ҡарай ала. Был байрамдың маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, үҫеп килеүсе йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, автомобиль спортын үҫтереү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Бөтә ҡунаҡтар өсөн «Тере ҡалыуға уҙыштар» - стандарт автомобилдәрҙә ҡулса уҙыштары үткәрелде. Мауыҡтырғыс ярышта спортсылар автомобилдәрҙә бер-береһен беренсе урын өсөн көрәштә трассанан тартып сығарҙы. Башҡортостан реконструкторҙары А.Матросовтың ҡаһарманлығына 80 йыл тулыуға арналған тарихи реконструкция үткәрҙе. 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылы янында беҙҙең легендар яҡташыбыҙ Александр Матросов, иптәштәрен ҡотҡарып, батырлыҡ күрһәтә.
Тәүге тапҡыр таба ырғытыу буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионаты уҙҙы. Гүзәл заттар табаны алыҫлыҡҡа ырғытыуҙа көстәрен һынап ҡараны. Еңеүселәрҙе бүләктәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар көтә ине.
Бөтә конкурстарҙан тыш байрамда ҡунаҡтар өсөн Бөрө оҫталарының сувенирҙары менән үҙенсәлекле урын ойошторолдо. Төрлө материалдарҙан ҡулдан эшләнгән крафта изделиеларын һатып алырға һәм уларҙы эшләү серҙәрен белергә мөмкин ине. Балалар ҙа байрамда иғтибарһыҙ ҡалманы. Казактар “Сполох” хәрби-спорт уйынын ойошторған. Балалар автомат һүтеү-йыйыу, магазинды патрон менән тултырыу һәм разрядкалау, АК-тан атыу, страйкбол ҡоралынан сәпкә атыу, граната ырғытыу кеүек дисциплиналарҙа ярыша алды. “Хәүефһеҙлек мәктәбе” бәхетһеҙ осраҡтарҙа тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтте.