Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 18:00

Бөгөн баймаҡтар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев: - Баймаҡ еренең лайыҡлы улы, ил һаҡсыһы – СВО-ла һәләк булған Илсур Юлдаш улы Дәүләтбирҙинды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Беҙҙең менән бергә бөтә район, бөтә республика һәм бөтә ил ҡайғыра.

Бөгөн баймаҡтар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты
Бөгөн баймаҡтар батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Тыуған ил саҡырыуын ҡабул итеп, Илсур Юлдаш улы махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән ҡатнашырға теләк белдерә. Ул дәүләтебеҙҙең именлегенә хәүеф янағанда, ҡулына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлай.

Беҙҙең хәтерҙә ул Ватан алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, Рәсәй армияһын үҙенең батырлығы, ныҡлы хәрби рухы менән данлаған яугир булып ҡаласаҡ.

Хөрмәтле Юлдаш Сабирйән улы, Райлә Зариф ҡыҙы, мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары, һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: