Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 18:30

Атайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ

Ватанды һаҡлаусылар көнөн уңайынан атайҙарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ, тип хәбәр итә Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға ауылынан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Хәсәнова. 

Атайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ
Атайҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ

Бала матур төштәр күрһен өсөн,
Булһын өсөн бала бәхетле,
Тыныс булһын ине был донъялар,
Ил сиктәре булһын ныҡ, бикле!
Атайҙарыбыҙ үҙҙәренең  әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайткан ваҡыттарын иҫкә алдылар.Төрлө ваҡытта төрлө ерҙә хеҙмәт итеүзәренә ҡарамаҫтан,  атайҙар иҫтәлектәре менән ғорурланып бүлеште.''Әлләсе" уйынында ла әрмегә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе тиҙ генә аңлата алдылар.Һуғышта ҡатнашҡан ветерандарыбыҙзы иҫкә алып, обелискка венок һалдыҡ. Аталы бала — арҡалы, тип бушҡа әйтмәгәндәр, һеҙгә һаулыҡ һәм бәхетле тормош теләйем!

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: