+14 °С
Облачно


Кисә Өфөлә Ватанды һалаусылар көнө уңайынан үткәрелгән сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров награданы батырҙың улы Айназға тапшырҙы.
Республика етәксеһе махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ата-әсәһенә, ҡатындарына рәхмәт белдереп, ҙур татыу республикабыҙ менән һәләк булған геройҙарҙың балаларын аяҡҡа баҫтырырбыҙ, тине.