Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль 2023, 16:55

Ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

2 мартта  Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының беренсе конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.

Ғаризалар ҡабул итеү тамамлана
Ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

 «Йәш» коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында, Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһының коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының проекттары түбәндәге йүнәлештәр буйынса тәҡдим ителеүе мөмкин:

 - граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау;

- ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү;

- мәҙәниәт һәм сәнғәт;

- тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу;

- Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү;

-  кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, шул иҫәптән тотҡондарҙың хоҡуҡтарын яҡлау;

- һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау;

- фән, мәғариф һәм аң-белем таратыу.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2023 йылдың 2 мартына тиклем урындағы ваҡыт менән 17 сәғәткә тиклем рәсми сайтта ҡабул ителә. Конкурстың положениеһы, проекттарҙың йүнәлештәре һәм тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, гранттар биреү шарттары һәм тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайттағы «Документтар» бүлегендә танышырға мөмкин.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас