Ҡәҙерле ватандаштар!
Һеҙҙе дәүләт байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! 23 февраль – илдең үткәнендә һәм хәҙерге тормошонда Армияның әһәмиәтлеген һәм оло ролен асыҡ сағылдырған дөйөм халыҡ байрамы. Рәсәй Ҡораллы көстәренең күп быуатлыҡ тарихы бар һәм ошо тарихтың хәрби ғәскәрҙәр менән батырҙар исемлегендә халҡыбыҙҙың мәшһүр улдары ла ҡаһарманлыҡтары менән үҙ урынын алған. Башҡортостаныбыҙ Ватан һағына меңдәрсә тоғро улдарын тәрбиәләп хәрби хеҙмәткә оҙатҡан. Бөгөн илебеҙҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөнең асылына киңерәк мәғәнә һалына. Махсус хәрби операцияла Башҡортостан егеттәре, ата-бабаларыбыҙ Бөйөк ватан һуғышында кеүек, фашизмға ҡаршы көрәшә. Илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо өсөн Ватан һаҡсылары көн дә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Беҙ уларға рух ныҡлығы һәм көс-ғәйрәт теләйбеҙ. Еңеү менән иҫән-һау тыуған төйәктәрендә көтәбеҙ.
Илебеҙҙә батырҙарыбыҙҙы данлау, хәрби хеҙмәттең абруйын арттырыу, ветерандарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү, йәштәребеҙҙе хәрби-патриотик йүнәлештә тәрбиәләү – барыбыҙҙың да изге бурысы. Ихлас күңелдән Ҡораллы көстәр яугирҙарын, хөрмәтле ветерандарҙы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы һәм илебеҙ тыныслығына үҙ өлөшөн индереүселәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым, иҫәнлек-һаулыҡ һәм именлек теләйем!
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина.
Фото: vk.com