Льготалар тураһында Башҡортостандағы Рәсәй Социаль фонды белгестәре аңлата.
Дәүләт социаль ярҙамы тураһындағы федераль законға ярашлы, түбәндә һанап үтелгәндәр ошондай хоҡуҡҡа эйә:
- һуғыш инвалидтары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- хәрби хәрәкәт ветерандары
- 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 03 сентябренә тиклем алты айҙан да кәм булмаған осорҙа хәрәкәт итеүсе армия составына инмәгән хәрби частарҙа, учреждениеларҙа, хәрби-уҡыу йорттарында хәрби хеҙмәт үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәр, күрһәтелгән осорҙа хеҙмәт иткәне өсөн СССР ордендары йәки миҙалдары менән бүләкләнгән хәрби хеҙмәткәрҙәр
- «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе» билдәләре менән наградланған кешеләр
- Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һауа һөжүменән һаҡланыу, урындағы һауа һөжүменән һаҡланыу объекттарында, оборона ҡоролмалары, хәрби-диңгеҙ базалары, аэродромдар һәм хәрәкәт итеүсе фронттарҙың тыл сиктәрендә, хәрәкәт итеүсе флоттарҙың операция зоналары сигендә, фронт янындағы тимер һәм автомобиль юлдарында урынлашҡан башҡа хәрби объекттар төҙөүҙә эшләгән кешеләр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда икенсе дәүләт порттарында ҡоралһыҙландырылған транспорт флоты судноларының экипаж ағзалары
- һәләк булған (үлгән) һуғыш инвалидтарының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм хәрби хәрәкәт ветерандарының ғаилә ағзалары, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда урындағы һауа һөжүменән һаҡланыу командалары төркөмдәренең личный составындағы һәләк булған кешеләрҙең ғаилә ағзалары, шулай уҡ Ленинград ҡалаһы госпиталдәре һәм дауаханаларының һәләк булған хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзалары
- инвалидтар
–инвалид балалар
- Чернобыль атом электростанцияһындағы фажиғә, шулай уҡ Семипалатинск полигонындағы ядро һынауҙары һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булған кешеләр һәм уларға тиңләштерелгән граждандар
Өҫтәмә рәүештә дауаланыу урынына бушлай йөрөү хоҡуғы I төркөм инвалидтарҙы һәм инвалид балаларҙы оҙатып йөрөгән бер кешегә ҡарала.
«Дәүләт социаль ярҙамы тураһында»ғы федераль закон: https://vk.cc/4yMYhP
Дауаланыу урынына тиклем поезға бушлай юл йөрөү документын юллау хаҡында мәғлүмәт - ошонда
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан