Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 09:05

Ҡыҙына алимент түләмәгән ҡатынды эҙләйҙәр

Башҡортостанда 42 йәшлек Илүзә Аралбаеваны эҙләйҙәр. Был хаҡта Суд приставтары хеҙмәте хәбәр итә.

Ҡыҙына алимент түләмәгән ҡатынды эҙләйҙәр
Ҡыҙына алимент түләмәгән ҡатынды эҙләйҙәр

Баймаҡ районы Байым ауылынан булған ҡатын өләсәһе менән йәшәгән туғыҙ йәшлек ҡыҙын ҡарауға алимент түләмәгән. Бурыслыға илдән сығыу тыйылған, шулай уҡ эҙләү иғлан ителгән.

 

Приставтар билдәләүенсә, ҡатын төрлө хеҙмәттәр күрһәтә ала (йыйыштырыу, ярҙамсы эштәрҙе башҡарыу, биналарҙы йыуыу һәм башҡалар). Баймаҡ районының Мерәҫ йәки Таулыҡай ауылдарында торлаҡты ҡуртымға алыуы ихтимал.

 

Бурыслының ҡайҙа булыуы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың 8 (904) 906-34-21, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәре һорала.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: