Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 17:10

"Ватанды һаҡлаусыларға дан!"

Бөгөн Рус дәүләт драма театры алдында Өфөлә йәшәүселәр митинг-концертҡа йыйылды. Шуның менән улар бар ир-егеттәрҙе, ЛНР һәм ДНР-ҙа, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә үҙ хәрби бурыстарын үтәүселәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнөн менән тәбрикләүгә ҡушылды.   

"Ватанды һаҡлаусыларға дан!"
"Ватанды һаҡлаусыларға дан!"

 Сарала БР Башлығының хәрби хеҙмәттә булыусылар менән мөнәсәбәт һорауҙары буйынса урынбаҫары, диңгеҙ пехотаһы ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алик Камалетдинов сығыш яһаны һәм бар илдә бөгөн Баш командующий Владимир Путинды ҡеүәтләп митингылар уҙғара тип белдерҙе.
- Беҙҙең республикала бындай сараға йыйылыусылар Башҡортостан Башлығы сәйәсәтен дә хуплай. Президент һәм беҙҙең Башлыҡ махсус хәрби операцияның әһәмиәтен аңлай һәм хәрбиҙәргә айырым мөнәсәбәт һаҡлай. Кисә Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Владимирович быны асыҡ күрһәтте, уларға күп тапҡыр рәхмәт әйтте. Уның Хәрби хеҙмәттә һәләк булыусыларҙың һәм ветерандарҙың  ғаилә ағзаларына ярҙам итеү фондын төҙөү буйынса идеяһын хуплайым. Ундайҙар беҙҙә бар - яраланыуҙан һуң ҡайтарылыусылар, йәше еткәндән һуң запасҡа ебәреүселәр өҫтәлеп тора. Ә бөгөн Доставалов һәм Шайморатов исемендәге батальондарҙан ялға ҡайтыусыларҙы МХО зонаһына оҙатабыҙ, - тине ул һәм бар ир-егеттәрҙе һәм хәрбиҙәрҙе байрам менән ҡотланы.   

Митингыла шулай уҡ БР Башлығының илһөйәрлек тәрбиәһе һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовник, хәрби хәрәкәттәр ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғәмәтйәнов, "БР Диңгеҙ йыйылышы" рәйесе Юлай Моратов, Бөтә Рәсәй "Хәрби туғанлыҡ" ветерандар ойошмаһының республика бүлеге етәксеһе Альберт Шаһиморатов, десант һәм спецназ ғәскәрҙәре ветерандары йәмғиәте етәксеһе Марат Әҙеһәмов, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ҡатындары, Өфө ҡала Советы депутаттары сығыш яһаны. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: