Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 13:40

Умартасылар ҡор йыя

25 февралдә Өфөлә Умартасылыҡты үҫтереү форумы ойошторола.

Умартасылар ҡор йыя
Умартасылар ҡор йыя

 

 «Торатау» конгресс-холында уҙасаҡ сарала Башҡортостандың күренекле ғалимдары, билдәле умартасы-практиктары, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнаша. 

 

«Умартасылыҡты үҫтереү мөмкинлектәре» пленар ултырышы форумдың төп ваҡиғаһы булмаҡсы. Унда тармаҡты үҫтереү юлдары тикшереләсәк. Сараның модераторы булып Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһай. Бынан тыш, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәреләсәк, эксперттар бал ҡорттарының йәшәү мөхитен һаҡлау проблемаларын һәм башҡаларҙы тикшерәсәк.

Фото:chudo-prirody.com

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: