Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 13:15

Троллейбустар араһына ҡыҫылып ғүмере өҙөлгән

Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡтағы троллейбус депоһында 57 йәшлек троллейбус водителенең үлем осрағы буйынса тикшереү уҙғара. Был хаҡта Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Троллейбустар араһына ҡыҫылып ғүмере өҙөлгән
Троллейбустар араһына ҡыҫылып ғүмере өҙөлгән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 20 февралдә иртәнге биштәр тирәһендә водитель рейсҡа сығырға йыйынған троллейбус хәрәкәт башлай. Был ваҡытта зыян күреүсе урамда икенсе троллейбус алдында булған. Һөҙөмтәлә ир ике машина араһына ҡыҫылып ҡалған. Ул алынған йәрәхәттәрҙән урында йән биргән.

 

Әле ваҡиға урыны тикшерелгән, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, шаһиттарҙан һорау алына, үлем сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: