Тәҙрә төбөндә ҡыяр үҫтереү өсөн бөтә сорттар ҙа тура килмәй. Һайлағанда партенокарпик гибридтарға йәки кәрлә сорттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Улар өлөшләтә күләгәне кисерә, ә емшәне барлыҡҡа килтереү өсөн бөжәк кеүек һеркәләндереүселәрҙең ҡатнашыуы талап ителмәй.
Был йәшелсәне үҫтерергә көньяҡҡа йәки көнсығышҡа ҡарап торған тәҙрәне һайлағыҙ. Көндөҙ етерлек яҡтылыҡ булмаһа, фитолампа ҡуйығыҙ.
Ҡыяр йылы ярата. Температураның +22, +24 градус булыуы шарт.
Ҡыяр үҫентеһе өсөн 5 – 6 литрҙан да кәм булмаған һауыт кәрәк. Унда етерлек күләмдә дренаж һалығыҙ. Орлоҡтарҙы сәсер алдынан «Эпин» иретмәһендә тотоғоҙ. Үҫентеләр тишелеп сыҡҡансы һауытты пленка менән ҡаплағыҙ Буйға үҫмәһен өсөн мыйыҡтарын өҙөп торалар.
2–3 япраҡ күренгәс, азотлы ашлама менән туҡландырыу талап ителә. Япраҡтары һарғайһа, калийлы , фосфорлы аламалар индерәләр.
Өйҙә ҡыяр үҫтереү өсөн «Кураж», «Балконное чудо», «Меринда», «Маша», «Зятек» сорттары ҡулай.
Ҡыярҙы февраль аҙағында ултыртһағыҙ, өҫтәмә яҡтылыҡ кәрәк булмай.