Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 19:15

Төнгә ҡарай оҙон юлға сыҡмауығыҙ хәйерле

Республикала тотороҡһоҙ һауа торошо, ҡар яуыуы, көньяҡ-көнсығышта көслө ҡар яуыуы, буран күҙәтелә. Водителдәрҙең юлдарҙа мөмкин тиклем һаҡ булыуын һорайбыҙ.

Төнгә ҡарай оҙон юлға сыҡмауығыҙ хәйерле
Төнгә ҡарай оҙон юлға сыҡмауығыҙ хәйерле

Һауа шарттарының боҙолоуына бәйле төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы таҙартыуға кисәнән бирле 430-ҙан ашыу махсус техника йәлеп ителгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәү сиратта эштәр - төбәк юлдарҙа, артабан муниципаль-ара юлдарҙа алып барыла.

Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон - 112. Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығының диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8-927-955-11-00.

Фото: БР Юл хужалығы идаралығы.

Төнгә ҡарай оҙон юлға сыҡмауығыҙ хәйерле
Төнгә ҡарай оҙон юлға сыҡмауығыҙ хәйерле
Төнгә ҡарай оҙон юлға сыҡмауығыҙ хәйерле
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: