Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 13:25

Район дауаханаһының элекке баш табибын ришүәтселектә ғәйепләйҙәр

Ҡыйғы Үҙәк район дауаханаһының элекке етәксеһе ришүәтселектә ғәйепләнә, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы.

Район дауаханаһының элекке баш табибын ришүәтселектә ғәйепләйҙәр
Район дауаханаһының элекке баш табибын ришүәтселектә ғәйепләйҙәр

Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2014 йылдан 2019 йылға тиклем табип хеҙмәткәрҙәргә амбулатор карталар төҙөргә һәм уларға медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, граждандарҙың дауаханала булыуҙары тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр индерергә күрһәтмә биргән.

 

Бынан тыш, ул хеҙмәткәрҙәргә арттырылған эш хаҡы һәм дәртләндереү түләүҙәре билдәләгән, уларҙың бер өлөшө аҙаҡтан уға структура бүлексәләре етәкселәре аша бирелгән.  

 

Һөҙөмтәлә 1,9 миллион һумлыҡ зыян килгән.

 

Ир үҙ ғәйебен танымаған. Енәйәт эше Балаҡатай район-ара судына ебәрелгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: