Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Президенттың сығышы илдең машстаблы үҫешен күҙаллаусы документ булды. Ул йәмғиәтебеҙҙе сәйәси һәм иҡтисади курстың үҙгәреүенә йүнәлтә.
– Владимир Владимирович Путин, эске ресурстарға һәм дуҫ илдәр менән яуаплы партнерлыҡҡа таянып, яңы үҫеш курсын билдәләне. Мөрәжәғәтнамәлә күләмле маҡсаттар ҡаралған. Беҙгә бөтә мөһим өлкәне - инфраструктураны, заманса технологияларҙы, фәнде, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм башҡаларҙы үҫтереүгә өлөш индерергә тура киләсәк. Президент, дөйөм уңышҡа һәр кемдең индергән өлөшө мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Депутаттарҙың кисекмәҫтән республика парламенты ҡарамағына ингән положениеларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшкә ҡушылыуы мөһим, - тине Толкачев.
Ултырышта ҡатнашыусылар БР буйынса ЭЭМ вазифаһын башҡарыусы Артур Сәйфуллиндың республикалағы хоҡуҡи тәртипте тәьмин итеү һәм ведомствоның эшмәкәрлеге буйынса отчетын тыңланы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.