Нәҙек кенә итеп 12 ҡоймаҡ бешерергә.
Эслеккә тауыҡ ите, ҡаймаҡ менән майонез, сыр, бәшмәк, һуған кәрәк.
Сөм һауытҡа бер ҡоймаҡты йәйеп һалырға. Уның өҫтөнә һауыттың ситтәре ҡапланып торорлоҡ итеп тағы өс ҡоймаҡты ҡуйырға. Һуңынан ҡоймаҡлы һауыт эсенә ҡатлап, тауыҡ итен, ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һалырға.Был массаны бер ҡоймаҡ менән ҡапларға. Уның өҫтөнә һуған менән ҡыҙҙырылған бәшмәкте йәйергә.Сыр һибергә. Ошо рәүештә бер нисә ҡатлам эшләргә. Һауыттың өҫтөн ҡоймаҡ менән ҡапларға. Өҫтөнә ҡаймаҡ, аҡ май һалырға һәм мейестә һауытты фольга менән ҡаплап, 20 минут бешерегә.