Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраля 2023, 13:45

Наркотик таратыусылар тотолған

Полиция хеҙмәткәрҙәре махсус тәғәйенләнештәге отряд ярҙамында Свердловск өлкәһенән өс кешене тотҡан - уларҙың машинаһында 24 килограмм тыйылған матдәләр табыла. Бынан тыш, енәйәтселәрҙең Иглин һәм Саҡмағош райондары биләмәһендә һигеҙ килограмм наркотикты йәшергәне асыҡлана.

Наркотик таратыусылар тотолғанНаркотик таратыусылар тотолған
Наркотик таратыусылар тотолған

Был өс кеше (аталы-уллы, ғаилә дуҫы) балыҡ тотоу ҡоралдары, яңы тотолған балыҡ тейәп, йәнәһе лә, балыҡ тотоу өсөн уңайлы урын эҙләп, бер төбәктән икенсеһенә тыныс ҡына юлланып, ил буйлап йөрөгән - наркотиктарҙың ҙур партияларын ташыған.

Уларға ҡарата енәйәт эше асылған. 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас