Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраля 2023, 09:36

Лайыҡлылар баһаланды

Байрам алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм кешегә дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар ине.

Лайыҡлылар баһаландыЛайыҡлылар баһаланды
Лайыҡлылар баһаланды

- Рәсәй һәр ваҡыт көслө  булған һәм һәр ваҡыт еңәсәк, - тине республика етәксеһе. - Сөнки антына һәр саҡ тоғро ҡалған беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, хеҙмәтсәндәребеҙ - эшселәр, аграрийҙар, табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, сәнғәт әһелдәре, эшҡыуарҙар тырыша. Барыһы ла тормошобоҙҙо яҡшыраҡ итергә ынтыла - ижад итә, төҙөй, уҡыта, дауалай, һаҡлай. Һәр берегеҙ йылы һүҙгә лайыҡ, һәр кемегеҙгә рәхмәт белдерәм. Ғорурланабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ.

Тантанала һәләк булыусы яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Радий Хәбиров СВО-ла һәләк булған Динар Асяевтың ата-әсәһенә улдарының Батырлыҡ орденын тапшырҙы. Үлгәндән һуң Шайморатов орденына Борис Николаев, Кузьма Николаев, Марсель Нурасов, Владислав Щербинин лайыҡ булды.

Рөстәм Нәбиевҡа Дуҫлыҡ ордены тағылды, элекке вице-премьер, хәҙер "Башспирт" йәмғиәтенең генераль директоры Рәиф Әбдрәхимовҡа "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе" исеме бирелде. 

Бүләкләнеүселәр араһында дини ойошмалар лидерҙары ла, ирекле батальондар яугирҙары ла, табиптар ҙа, республика өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеүсе алдынғылар ҙа бар.

Фото: О. Яровиков ("Башинформ")

 

Лайыҡлылар баһаланды
Лайыҡлылар баһаланды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас