Тәфтиш-оператив төркөм иконаның юғалыуында Дүртөйлө районынан 34 йәшлек ирҙең ҡатнашы булыуын асыҡлаған. Алдан бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән ир видеокүҙәтеү камераларына эләккән: шул уҡ көндө ул Менделеев урамы, 177 адресы буйынса сауҙа үҙәгенә барып, үтеп барыусыларға иконаны һатып алырға тәҡдим иткән.
Әлеге ваҡытта бурҙы эҙләү бара. Әгәр уның йәки иконаның ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, яҡындағы полиция бүлегенә йәки соборға хәбәр итегеҙ.
Тел.: 8 (347) 279-32-92, (347) 279-39-02.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.