150 миллион тонна иген йыйып алған аграрийҙар алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Иген экспортының дөйөм күләме 60 миллион тоннаға тиклем етәсәк .15 йыл элек был әкиәт булып күренгәйне, тип хәбәр итте Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында.
2022 йыл Башҡортостан аграрийҙары өсөн яңы етештереү ҡаҙаныштары һәм мөмкинлектәр йылы булды. Игенселәребеҙ һуңғы тиҫтә йылда иген һәм май бирә торған культураларҙан рекордлы уңыш йыйған, тип аңлата республика Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. 5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған, 560 мең тоннанан күберәк майлы культуралар йыйып алынған. Быға аграрийҙарыбыҙ компетенцияларының артыуы, яңы технологиялар ҡулланыу һәм техник паркты эҙмә-эҙлекле яңыртыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Вице-премьер әйтеүенсә, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса агросәнәғәт комплексы продукцияһын республиканан сит илдәргә оҙатыу 400 мең тоннанан ашыу суммаға 290 миллион долларҙан ашҡан. Өс йылда күрһәткес 2,5 тапҡырға артҡан. Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы Иранға, Төркиәгә, Көньяҡ Кореяға, Үзбәкстанға, Белоруссияға һәм башҡа илдәргә оҙатыла. Республикала экспортты үҫтереү эшен дауам итергә ниәтләйҙәр.
#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан