Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 11:01

Эльвира Айытҡолова: “Махсус хәрби операция темаһы Мөрәжәғәтнамәлә иң төп урында булды”

РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Хаты буйынса үҙ фекерен еткерҙе.

Эльвира Айытҡолова: “Махсус хәрби операция темаһы Мөрәжәғәтнамәлә иң төп урында булды”
Эльвира Айытҡолова: “Махсус хәрби операция темаһы Мөрәжәғәтнамәлә иң төп урында булды”

“Дөйөм алғанда, СВО темаһы дәүләт башлығы Мөрәжәғәтнамәһенең байтаҡ өлөшөн биләне. Бөгөн илдең бөтә төбәге лә тиерлек хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә, һәм Президент уларҙың яҡындарына ярҙам итеү сараларына айырым туҡталды. Беренсенән, ул кисектергеһеҙ булырға тейеш, икенсенән, махсус дәүләт фондын булдырырға ҡушты. Фонд үҙе лә, уның төбәк филиалдары ла ҡыҫҡа ваҡытта эшләй башларға һәм артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмайынса эш итергә тейеш. Һәр хәрби хеҙмәткәр һәм уның ғаилә ағзаһы иғтибар үҙәгендә, был алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға көс һәм ышаныс бирә, яугирҙарҙы үҙҙәрен өйҙә көтөүселәр өсөн борсолоу сәбәптәренән ҡотҡара. Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәнең байтаҡ өлөшөн реабилитациялау һәм юғары технологик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә арнаны, был эште ойошторған төбәк башлыҡтарына, илдең берҙәм халҡына рәхмәт әйтте”, – тине Эльвира Айытҡолова.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: