Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән йыйылышҡа хәрбиҙәр, ветерандар, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре, ҡотҡарыусылар саҡырылды.
Халыҡҡа "Батырлыҡ тарихы" тигән театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде. Унда төрлө дәүер батырҙарын күрһәттеләр, йырҙарын йырланылар.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев СВО-ла һәләк булған яугирҙар Иван Смирнов менән Владимир Емельяновтың ғаиләһенә улар үлгәндән һуң лайыҡ булған Батырлыҡ ордены тапшырҙы.
Шулай уҡ Төркиәләге ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ирекмән-ҡотҡарыусыларға Рәхмәт хаты тапшырылды.
Фото: vk.com