Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 14:46

Башҡортостан проекттар менән идара итеүҙең мәғлүмәт системаһын индереү буйынса алдынғы пилот төбәктәрҙең береһе

"РосКапСтрой" директоры урынбаҫары Игорь Кубышкин менән Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев төҙөлөш өлкәһендә дәүләт заказсыһы проекттары менән идара итеүҙең мәғлүмәт системаһын файҙаланыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан проекттар менән идара итеүҙең мәғлүмәт системаһын индереү буйынса алдынғы пилот төбәктәрҙең береһе
Башҡортостан проекттар менән идара итеүҙең мәғлүмәт системаһын индереү буйынса алдынғы пилот төбәктәрҙең береһе

Проекттар менән идара итеүҙең мәғлүмәт системаһы - һанлы вертикалдең икенсе сегменты, төҙөлөштә ҡатнашыусылар өсөн объекттар тураһында мәғлүмәтте һаҡлау, эшкәртеү һәм аналитика өсөн берҙәм сервис.

Ул капиталь төҙөлөш бүлеге документтарының 80% һанлы форматҡа күсерергә, төҙөлөш проекттары менән идара итеүҙе автоматлаштырырға һәм подрядсылар менән үҙ-ара эш итеүҙе еңеләйтергә мөмкинлек бирә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: