Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2023, 12:40

“Ауыр осор 12 көн дауам итәсәк”

Бөгөндән башлана ла, марттың тәүге аҙнаһы бөткәнсе дауам итә. Һаҡ булығыҙ!

“Ауыр осор 12 көн дауам итәсәк”
“Ауыр осор 12 көн дауам итәсәк”

Метеорологтар фаразлауынса, тәбиғәт шарттары ҡатмарлаша: көн боҙола. Йәғни, температура кинәт үҙгәреүсәнгә әйләнә. Бер көн йылы булһа, икенсе көнөнә ҡапыл һыуытыуы ихтимал. Йә, киреһенсә, һыуыҡтан һуң, йылытыуы.

Синоптиктар әйтеүенсә, ошо бер аҙ йылы көндәр бөгөн-иртәгә ҡапыл һыуытасаҡ. Хатта төндә -26 градусҡаса төшөүе ихтимал. Ә шәмбе-йәкшәмбегә инде, тағы йылытыуы (+2 градусҡа тиклем) күҙаллана. Ошондай тотороҡһоҙ көн һәм төндәр 12 көн дауам итеүе мөмкин. Бары тик 7 мартҡа ғына нормаға килер, бәлки.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: