Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 15:39

Урындағы үҙидара - халыҡҡа иң яҡын власть кимәле

Путин муниципалитеттағы иң яҡшы идара итеү командаларына ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Урындағы үҙидара - халыҡҡа иң яҡын власть кимәле
Урындағы үҙидара - халыҡҡа иң яҡын власть кимәле

"Урындағы үҙидара - гражданлыҡ йәмғиәтен нығытыуҙа, төрлө проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур роль уйнай, бөтә ерҙә лә мөһим - халыҡҡа иң яҡын власть кимәле. Уның эшенән күпселек йәһәттән дәүләткә ышаныу, граждандарҙың социаль именлеге, бөтә илдең уңышлы үҫешенә ышанысы тора. Президент администрацияһынан хөкүмәт менән берлектә ҙур, урта һәм бәләкәй муниципалитеттарҙың иң яҡшы идара итеүсе командаларына ярҙам итеү тәжрибәләрен ойоштороу буйынса тәҡдимдәр күрһәтергә һорайым", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: