– Табиптарға, шул иҫәптән тар белгестәргә яҙылыуҙы тәьмин итеү – һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Көн һайын республика поликлиникаларында дүрт меңдән ашыу табип пациенттарҙы ҡабул итә. Уртаса алғанда бер белгескә 35 кеше тура килә, – тине Андрей Назаров.
Әлеге ваҡытта республикала табипҡа яҙылыуҙың биш уңайлы юлы бар. Иң таралғаны – 122 берҙәм номеры буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығының контакт-үҙәге аша. Уртаса алғанда ул көнөнә 35 мең шылтыратыу ҡабул итә. Ҡайһы саҡтарҙа унда 209 операторҙың бер юлы эшләгән мәлдәре була.
Шулай уҡ поликлиниканың регистратураһы аша ла яҙылып була. Интернет аша үҙаллы яҙылыу мөмкинлеге лә бар. Шулай уҡ заманса интернет-сервистарҙан «Дәүләт хеҙмәте» порталын йәки табипҡа яҙылыу буйынса төбәк порталын файҙаланырға мөмкин.
Дөйөм алғанда, табипҡа көнөнә төрлө ысулдар менән 150 кеше яҙыла.
Күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, табипҡа яҙылыу буйынса хәл итәһе һорауҙар бар. Был проблеманы хәл итергә республиканың федераль пилот проектта ҡатнашыуы ярҙам итәсәк. Ул медицина белгестәренә яҙылыу системаһын камиллаштырыуға һәм модернизациялауға йүнәлтелгән. РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмиртий Чернышенко ҡушыуынса, контакт-үҙәктең эшендә роботлаштырылған тауыш ярҙамсыларын ҡулланырға кәрәк. Ул бындай үҙәктәрҙә хеҙмәткәрҙәрҙең эшләүен тәьмин итеп булмаған сәғәттәрҙә ҡулланылырға тейеш. Бындай тәжрибә Мәскәү һәм Нижегородск өлкәләрендә уңышлы ҡулланыла.