Радий Хәбиров Владимир Путиндың сығыш яһауын тыңларға Мәскәүгә барҙы. Саранан һуң республика етәксеһе журналистар менән әңгәмәһендә Федераль Йыйылышҡа юлланған быйылғы Хаттың мөһимлегенә баҫым яһаны.
- Президенттың сығышының бер өлөшөн хатта аяғүрә баҫып та тыңланыҡ. Ул Донбасстағы бөгөнгө хәл-торош, Рәсәйҙең яңы территорияларына булышлыҡ итеү, СВО-ла ҡатнашыусылар, унда һәләк булыусылар һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам саралары темаһына ҙур иғтибар бүлде. Әлбиттә, иҡтисадтың үҫеш йүнәлештәрен дә билдәләне, - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙҙең сәнәғәттә бурыс - ошо осорҙо үткәреп ебәреү генә түгел, ә илдең артабанғы үҫешен тәьмин итеү.
- Йәғни беҙ алға ынтылырға һәм аҙым яһарға тейешбеҙ. Статистиканан күренеүенсә, апокалиптик фараздарға ҡарамаҫтан, илдә сәнәғәттең түбәнәйеүе бары тик ике процент булды. Беҙҙең республика тураһында әйткәндә, 2022 йылды өс процент үҫеш менән тамамланыҡ, - тине Радий Фәрит улы.
БР Башлығы фекеренсә, беҙ - берҙәм халыҡ һәм мотлаҡ еңәсәкбеҙ!