Бер тәүлектә 24 кеше мутлашыусыларға 10 миллион һумдан ашыу аҡса ебәргән.
Шул иҫәптән, һигеҙ кешене ялған "банк" йәки "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" алдаған, биш кеше "инвестициялауҙа" һемәйгән, алты кеше Интернет аша тауар һатҡанда йәки һатып алғанда аҡсаһынан яҙған, дүрт пенсионерҙы "яҡынығыҙ бәләгә тарыны" тигән схема буйынса кәкре ҡайынға терәгәндәр, бер кешенең аккаунтын емереп инеп, таныштарынан аҡса теләнселәп алғандар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.