Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 17:55

Лилиә Ғүмәрова: “Президент беҙҙең көсөбөҙ берлектә булыуын асыҡ әйтте”

Башҡортостан сенаторы, РФ Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенә фекерен белдерҙе.

Лилиә Ғүмәрова: “Президент беҙҙең көсөбөҙ берлектә булыуын асыҡ әйтте”
Лилиә Ғүмәрова: “Президент беҙҙең көсөбөҙ берлектә булыуын асыҡ әйтте”

“Президент билдәләүенсә, бөгөн беҙҙең төп көс – дөйөм ҙур еңеү өсөн берләшеүгә ихтыяр көсө. Тарихта был бер нисә тапҡыр иҫбатланды. Дәүләт башлығы илдең һәр кешеһенә тиерлек – һалдаттарға һәм офицерҙарға, уҡытыусыларға һәм табиптарға, мәктәп уҡыусыларына һәм пенсионерҙарға, башҡа бик күптәргә – мөрәжәғәт итте. Әлбиттә, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге мөрәжәғәтнамәләрҙең алға ынтылышлы программа йүнәлештәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән билдәләргә теләйем. Көтөп алынған идея, һәм беҙ быны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән һөйләшкәйнек, урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү башланғыстары булды. Сөнки бөгөн, йөҙәрләгән яңы производство асылғанда, беҙгә бөтөнләй икенсе кимәлдәге белгестәр кәрәк. 

2025 йылдан алып был йүнәлеш буйынса маҡсатлы средстволар бүленәсәк, "Профессионалитет" программаһы киңәйтеләсәк, ә был урта һөнәри белем, бизнес һәм, әлбиттә, эшсе һөнәрҙәрҙең тығыҙ бәйләнеше. Милли проекттарға ярашлы, улар буйынса аҡса Рәсәй субъекттарына бүленәсәк. Балаларға, ғаилә институтына ярҙам итеү ҙә мөһим. Бөгөн беҙ күп милләтле илебеҙҙең традицион ғаилә һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙә тороуына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Шулай ғына беҙ йәштәребеҙҙе һаҡлай алабыҙ”, – тине Лилиә Ғүмәрова.

Фото:"Башинформ"

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас